Башҡортостанда 11 мең кеше эшһеҙ ҡала

Шул иҫәптән 9 меңдән ашыуы рәсми рәүештә мәшғүллек үҙәгенә теркәлгән. Июндә генә эшһеҙлек статусын 2 мең кеше алған. Мең кеше хеҙмәт урындары тапҡан. Шуға ҡарамаҫтан, республикала эшһеҙлек кимәле түбән һаҡлана. Мәшғүлдәр менән сағыштырғанда эш эҙләүселәр 0,5 процент ҡына. Шул уҡ ваҡытта вакансиялар ҙа күп. Предприятиеларға утыҙ меңгә яҡын ҡул көсө талап ителә. Үткән айҙар менән сағыштырғанда, ихтыяж 8 процентҡа тиклем артҡан.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ