Сентябрҙә үтәсәк һайлауҙар барышы йәмәғәт күҙәтеүе менән тәьмин ителәсәк

Барыһы ла асыҡ булырға тейеш, ҡануниәт үтәлешенә етди иғтибар йүнәлтелә. Сәйәси кампания алдынан Өфөлә Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы төбәктең йәмәғәт ойошмалары менән күп яҡлы хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө. Документҡа ярашлы, яҡтар күҙәтеү процессында ҡатнашасаҡ граждандарҙың хоҡуҡтарын тормошҡа ашырыуҙа ярҙам итәсәк. Тауыш биреү мониторингы мәсьәләләре буйынса консультациялар, күҙәтеү процессы стандарттары һәм методикаларына бәйле фекер алышыуҙар уҙғарыу ҡаралған. Күҙәтеүсегә кандидат 18 йәштән өлкәнерәк хоҡуҡҡа һәләтле Рәсәй гражданы булырға тейеш.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ