Артистарҙың «Еңеүҙең 50 йыллығы» боҙватҡысында экспедицияға юлланыуҙары, меридиандар ҡушылған нөктәгә барып етеүҙәре тураһында хәбәр иткәйнек инде. Башҡортостандың халыҡ артисы Ринат Рамаҙанов төньяҡ полюста ҡурай моңдарын яңғыратты. Ошонда уҡ Әй Йола төркөмө концерт та ҡуйҙы. Уларҙың тамашасылары экспедицияла ҡатнашыусы 22 ил вәкиле. Дәртле йырҙарға ҡушылып төрлө милләт вәкилдәре хороводта әйләнде.






