Башҡортостанда «ФормАрт» Волга буйы федераль округы кимәлендә уҙған фестивалендә ҡатнашыусыларҙың ижади эштәре өсөн тауыш бирергә мөмкин. Биналарҙа, диуарҙарҙа һүрәтләнгән һынлы сәнғәт өлгөләре өсөн Дәүләт хеҙмәттәре порталында тауыш биреү ҡаралған. Иң яҡшы мурал өсөн 14 йәштән һәм өлкәнерәк граждандар тауыш бирә ала. Башҡортостанда фестивалдә ҡатнашырға теләк белдереп 117 кеше ғариза ебәргән, эксперт советы баһалама комиссия ағзалары иң сағыу һәм йөкмәткеле 14 эште һайлап алған. Республика конкурстанттары араһында Алмаз Заһретдиновтың эше еңеү яулаған.






