«Тура-хан» визит-үҙәге алдындағы майҙансыҡта «Ғаилә» милли проектының «Ғаилә ҡиммәттәре һәм мәҙәниәт инфраструктураһы» федераль проектын үҙ эсенә алған музыкаль фестиваль уҙҙы.
«Гармунлы йәшлегем» тип атлаған мәҙәниәт сараһы легендар коллективтар һәм йәш һәләттәрҙе бер майҙанға йыйҙы. Вятка, тальян, хромка гармун көйҙәре- программала йөҙ гармунсының сығышы рухи берҙәмлек булып яңғыраны.






