Подразделение 2022 йылда төҙөлә һәм 3-сө армия корпусы составына инә. Дүрт йыл эсендә генә бригада данлы хәрби юл үтә. Унда бер бурыс, хәрби туғанлыҡ, илһөйәрлек менән бәйләнгән төрлө төбәк яугирҙары тупланған. Тап берҙәм һәм ныҡ булыуҙары өсөн уларҙы «Ҡурҡыу белмәҫ урҙа» тип йөрөтәләр. 72-се бригаданың төп көсө булып Миңлеғәле Шайморатов исемендәге 2-се мотоуҡсылар батальоны тора. Легендар комдив традицияларына тоғро ҡалып яҡташтарыбыҙ хәрби бурысын лайыҡлы һәм намыҫ менән үтәй.






