https://vkvideo.ru/video-85076499_456263196

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзаларының торлаҡ хоҡуҡтарын һаҡлау саралары көсәйтелде. Яугирҙарҙың эш урынынан бирелгән, социаль торлаҡҡа хоҡуҡтары һаҡлана. Ҡуртымға алыу осрағында түләнгән компенсация ла ғәмәлдә ҡала. Бынан тыш улар коммуналь түләүҙәргә бурыстар буйынса пеняларҙан азат ителә. Яугир һәләк булған осраҡта ла уның торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға торған сираты һаҡлана, ә ипотекалары дәүләт иҫәбенә ҡаплана. Дәүләт наградалары булған яугирҙар бушлай ер участкаһына ла дәғүә итә ала. Был хоҡуҡтар менән файҙаланыу буйынса һорауҙар тыуған осраҡта «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондына мөрәжәғәт итергә мөмкин.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ