Импортты алмаштырыуҙа ышаныслы аҙымдар. Башҡортостан предприятиелары аяҡ-ҡул протездары өсөн Рәсәйҙә етештерелгән деталдәр һәм комплект өлөштәргә өҫтөнлөк бирә. Техник реабилитация сараһы әҙерләнгән цехта БЮТ ижади төркөмө лә булды. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.
Күмертауҙан Надежда Шарабокова өс йыл элек һул аяҡһыҙ ҡала. Шәкәр диабеты эҙемтәһе-табанына сыҡҡан сөйәл тормошон икегә бүлә. Шулай ҙа ҡатын бирешмәй, күп тә үтмәй протезға баҫа. Яһалма ҡулайламаны яңыртыу ваҡыты еткән. Күмертауҙан йәнә Өфөләге протезлау үҙәгенә килеп, ул тағы ла үлсәмдәр тапшыра.
Биш йыл элек асылған протезлау үҙәгенә Башҡортостандан ғына түгел, Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән дә мөрәжәғәт итәләр. Протездар льготалы категориялы граждандарға Социаль фондтың электрон сертификаты буйынса бушлай бүленә. Яһалма ҡулайлама эшләүҙә карбон материал ҡулланыла. Бер протезды эшләү өсөн яҡынса бер аҙна ваҡыт талап ителә. Цехтағы эш этаптарға бүлеп башҡарыла.
Предприятиела айына тиҫтәгә яҡын протез әҙерләнә. Пациентҡа атлап йөрөгәндә һәр яҡлап та уңайлы булырға тейеш, бында ювелир оҫталығы талап ителә. Шуға күрә етешһеҙлектәрҙе ваҡытында асыҡлап эш процессында уҡ юҡ итеү маҡсатында башта гильза термопластан әҙерләнә, унан төҙәтмәләр индерелгәндән һуң-композит материалдан
Цехта изделие ҡороп пациентҡа тапшырыу менән генә эш сикләнмәй. Ошонда уҡ протезда йөрөүҙе үҙләштереү буйынса күнекмәләр ойошторола.
Һуңғы йылдарҙа индерелгән санкцияларға бәйле импортты алмаштырыу буйынса ла һөҙөмтәле эш алып барылған. Компания асылған осорҙа протез әҙерләү өсөн деталдәр һәм кәрәк-яраҡтарҙың утыҙ процентҡа яҡыны ғына Рәсәй етештереүселәренән һатып алынһа, хәҙер был күрһәткес ике тапҡырға артҡан. Башҡортостандың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, импортты алмаштырыу-бөгөн өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе
Өфөләге протезлау үҙәге дәүләт ярҙамы, субсидиялар менән уңышлы файҙалана. Киләсәктә производство күләмен ике тапҡырға арттырыу өсөн дә барлыҡ шарттар булдырылған. Компания етәкселеге Рәсәй етештереүселәре менән эште йәнләндереп, яңы партнерҙар табырға, импортты алмаштырыу буйынса күрһәткестәрҙе тағы ла яҡшыртырға иҫәп тота
Гөлназ Хәйбуллина






