Махсус хәрби операция яугирҙарына УАЗ машиналары, еңел автомобилдәр, “Урал” һәм “Иж” мотоциклдары ебәрелгән. Район хакимиәте башлығы Азат Хәкимов ошо турала хәбәр итте. Һалдаттарға шулай уҡ төҙөлөш материалдары, эш ҡоралдары, шәхси посылкалар һәм башҡа кәрәк-яраҡтар оҙатылған. “Ауыл халҡына айырыуса рәхмәт. Улар ҡулдан “Изгелек һандыҡтары” яһаны. Ҡумта тыуған ауыл рухын һаҡлай. Был егеттәребеҙгә көс-ҡеүәт өҫтәренә ышанам”, - тип белдергән Азат Хәкимов.








