Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров парашют-десант взводы бүлеге командиры Ильвир Нуриев һәм разведка-штурм взводы командиры урынбаҫары Илдар Рәжәповҡа Миңлеғәле Шайморатов орденын, юл-комендант взводы командиры Урал Дәүләтшин һәм хирургия бүлегенең шәфкәт туташы Ләйсән Ергизоваға Миңлеғәле Шайморатов миҙалын тапшырҙы. Илдар Рәжәпов алғы һыҙыҡтағы яугирҙарға даими ярҙам өсөн Республика Хөкүмәтенә рәхмәт белдерҙе.








