Башҡортостанда автомобиль яғыулығы етештереү мәсьәләһендә тотҡарлыҡтар юҡ

Автомобиль яғыулығы етештереү мәсьәләһендә тотҡарлыҡтар юҡ. Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Ултырышта шулай уҡ алғы һыҙыҡҡа гуманитар ярҙам күрһәтеү, пилотһыҙ ситемалар буйынса батальон туплау мәсьәләләре ҡаралды. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

Оператив кәңәшмә дәүләт наградалары менән бүләкләү тантанаһынан башланды. Алғы һыҙыҡта хәрби бурыс үтәп, ҡаһарманлыҡ күрһәткән бер төркөм яугирҙар генерал Миңлеғәле Шайморатов ордены һәм миҙалына лайыҡ булды. Яҡташтарыбыҙҙың һәр ҡайһыһы үҙ теләге менән Ватан һағына баҫҡан, тик берҙәм көс менән генә Еңеүҙе яҡынайтырға мөмкин тигән ҡарашта.

Башҡортостанда пилотһыҙ системалар батальоны ла туплана. Республика башлығы билдәләүенсә, был ниәт хәрби часть вәкилдәре мөрәжәғәте нигеҙендә тормошҡа ашырыла

Оператив кәңәшмәлә төбәк етәксеһе Оборона министрлығына, предприятиелар етәкселегенә, һаҡ хеҙмәтенә дрондар һөжүменә ҡаршылыҡ күрһәткән өсөн рәхмәт белдерҙе. Яғыулыҡ мәсьәләһе лә контролдә тотолоуы билдәләнде.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Халыҡ фронты» активистарының эшен дә юғары баһаланы. Маскировка селтәрҙәренән алып ҡеүәтле техникаға тиклем-йыл башынан ғына ойошма ярҙамы менән махсус хәрби операция биләмәһенә 68 гуманитар ылау оҙатылған. Йәмәғәт хәрәкәте республиканың йөҙҙән ашыу ирекмәндәр төрғөмө менән хеҙмәттәшлек итә. Оператив кәңәшмә барышында ойошма етәкселегенең «Башҡортостан» полкына адреслы ярҙам йыйыу тәҡдиме хуплап ҡабул ителде.

Быйыл Башҡортостанда социаль контракт нигеҙендә адреслы ярҙам күрһәтеүгә федераль һәм республика ҡаҙнаһынан 867 млн һум йүнәлтеү ҡаралған, дүрт меңгә яҡын килешеү төҙөү планлаштырылған. Махсус хәрби операциянан ҡайтҡан яугирҙар ҙа үҙ эшен асыуға ярҙам алыу хоҡуғына эйә. Ғариза тапшырғанда «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондынан да тәҡдим ителеүе мотлаҡ.

Ветеран статусын алған махсус хәрби операция яугирҙары әүҙемлек күрһәтә. Эшҡыуарлыҡтың төрлө йүнәлештәрен һайлайҙар. Массаж кабинеты асыусылар ҙа, мебель йыйыусылар ҙа бар. Автомобиль ремонты буйынса уңышлы башланғыстар күп.. Район-ҡалаларҙың бизнес-шерифтары, «Минең бизнес» үҙәктәре лә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға был эштә ҙур ярҙам күрһәтә.

Ольга Кабанова, Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры

Оператив кәңәшмәлә «Нефаз» предприятиеһының тәүге яртыйыллыҡтағы эшмәкәрлегенә лә йомғаҡ яһалды. 785 пассажир автобусы етештерелгән, уҙған йылдың ошо уҡ ваҡыты менән сағыштырғанда күрһәткес 51 процентҡа күберәк. Шулай уҡ электробус, йөк автомобилдәре, тағылма техниканың етештереү күләмдәре артҡан.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров оператив кәңәшмә аҙағында Белем көнө яҡынлашыуын да билдәләне. 1 сентябрҙә башҡарма власть органдары һәм Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай етәкселәренең барыһы ла мәктәптәрҙә ойошторолған тантаналы сарала ҡатнашасаҡ.

Гөлназ Хәйбуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ