Республикала бер аҙна эсендә 337 водитель эскән килеш руль артына ултырып тотолған

Шуларҙың икеһе юл-транспорт ваҡиғаһы ойоштороған. Транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь минакова әйтеүенсә, йыл башынан алып 9 мең ярым водитель иҫерек тотолоп таныҡлығынан мәхрүм ителгән. Ярты йыл һөҙөмтәләре буйынса,Башҡортостан авариялар һаны буйынса иң яҡшы ун төбәк исемлегендә. Шулай уҡ республика юл-транспорт ваҡиғалары ҡырҡа кәмеүсе төбәктәр исемлегенә лә ингән. Йыл башынан алып төбәктә 1 мең 279 аврия теркәлгән. Үткән йылдағынан 300 осраҡҡа кәмерәк. Тармаҡ ведомствоһы етәксеһе әйтеүенсә, был профилактика һәм юлдар сифатына ла туранан- тура бәйле.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ