Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, бөртөклө һәм ҡуҙаҡлы культуралар 330 мең гектарҙа йыйып алынған. Был дөйөм майҙандарҙың дүрттән бер өлөшө. Уңыштың күп өлөшө ужым бойҙайы- 750 мең тонна. Уртаса гектар ҡеүәте 34 центнер. Был күрһәткес тә былтырғынан юғарыраҡ. Арыш әле 77 мең тонна, арпа 200 мең тонна урылған. Яҙын сәселгән бойҙай урыу әле саҡ башланып тора.






