«Сәләмәт республика-сәләмәт төбәк» акцияһы сиктәрендә 168 кешелә яман шеш хәүефе барлығы асыҡланған. Белгестәр апрелдән алып 151 мең тикшереү уҙғарған. Шул иҫәптән 325 ауылда 40 мең рентген үткәрелгән. Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин әйтеүенсә, мобиль бригадалар юғары һөҙөмтә күрһәтә. Тап улар ауырыуҙарҙы киҫкенләшмәҫ борон асыҡлай ала.






