Өфөлә күп фатирлы йорттарҙы ҡышҡы йылытыу миҙгеленә әҙерләйҙәр

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙерәе өсөн ҡыҙыу осор. Улар күп фатирлы йорттарҙы ҡышҡы осорға әҙерләй.Гидравлик һынауҙар һәм баҫым аҫтында йылытыу торбаларының ныҡлығын тикшереү торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр тарафынан иртә яҙҙан уҡ плпнлаштыра башлай. Был эштәр халыҡтың уңайлылығын һәм хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн махсус регламент буйынса башҡарыла. Ә бөтә системалар ҙа йылытыу миҙгеленә тулыһынса әҙер булһын төп бурыстар йәй айҙарында атҡарыла. Күп фатирлы йорттарҙы ҡышҡы миҙгелгә әҙерләү кимәле хаҡында киләһе яҙмала.

Инженерҙар, слесарь-сантехниктар өсөн гидравлик һынауҙар һәм баҫым аҫтында торбаларҙы пресслау барышы- йылытыу системаһын тикшереүҙең мөһим өлөшө. Хеҙмәткәрҙәр торбалағы баҫымды бер-нисә тапҡырға юғарыраҡ күтәрә. Был ваҡытта ярыҡтар, ныҡлы тоташмаған һәм туҙған участкалар асыҡлана.

Өфөнөң Орджоникидзе районына ҡараған был йорттоң йылытыу системалары юшҡындан, тутыҡтан һәм башҡа ҡушылмаларҙан таҙартыла. Белгестәр һыу ағымының шымалығын, герметиктың торошон баһалай. Республиканың коммуналь хеҙмәттәре быйыл да ҡышҡы йылытыу миҙгелен етди әҙерлек менән ҡаршылай.Хөкүмәт ҡарары нигеҙендә махсус комиссия төҙөлгән, ҡышты аварияһыҙ үткәреүгә аныҡ пландар ҡабул ителгән.

Республикала ҡышҡы йылытыу миҙгеленә әҙерлек штат режимында башҡарыла. Был маҡсатта 4,5 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленгән, уларҙың шаҡтай өлөшө предприятиеларҙың үҙ сығымдары. Бюджеттан ҡышҡы йылытыу миҙгеленә әҙерләнеү өсөн миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән.

Юрий Палтусов, Башҡортостан торлаҡ-коммуналь хужалығы министрының беренсе урынбаҫары

Күп фатирлы йорттарҙа йылылыҡ ташыусы һәм циркуляцияны тәьмин итеүсе насостар ышаныслы эшләй, капиталь ремонт үткәреү кәрәклеге юҡ.

Йылылыҡ менән тәьмин итеүсе система -йорттоң йөрәге. Ул тулыһынса һанлаштырылған. Йылылыҡ алмаштырыу, автоматика, контроль-үлсәү ҡорамалдары, һаҡлыҡ клапандарының эше контролдә тотола.Система ҡышҡы режимда эшләргә тулыһынса әҙер, тоташтырыу схемалары проект документацияһына тап килә, ти белгестәр. Инженер системаларында эшләү менән бер рәттән ҡышҡылыҡҡа биналар ҙа тәртипкә килтерелә. Подьезд тәҙрәләре һәм ишектәрҙә, ҡыйыҡта, подвалда яррыҡтар ямала, сатнаған быялалар алмаштырыла.

Гүзәл Борханова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ