Был турала Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ольга Кабанова белдерҙе. Эш эҙләү, эшҡыуарлыҡ, шәхси хужалыҡ алып барыу, тормош ауырлыҡтарын еңеү буйынса килешеүҙәр төҙөлгән. Уларҙың дөйөм суммаһы 380 миллион һум. - Бизнес-башланғыстарҙың 71 проценты социаль контракт тамамланғандан һуң да ғәмәлгә ашырыла, был йүнәлештә бизнес-шерифтар ярҙам итә, ти Ольга Кабанова.








