Сибайҙа инвестиция килешеүҙәренә ҡул ҡуйыла

Сибайҙа инвестиция  килешеүҙәренә   ҡул ҡуйыла

Республика сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы Сибайҙа Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйында 423 миллион һумлыҡ килешеүҙәр төҙөргә ниәтләй. Инвестиция проекттарын ғәмәлгә ашырыу ниәттәре тураһында 4 документҡа ҡул ҡуйыу планлаштырыла. Ведомство етәксеһе Константин Климин белдереүенсә, иң ҙур килешеү - Стәрлетамаҡта ресторан төҙөлөшөнә ҡағыла. Был проект өсөн 200 миллион һумға яҡын инвестиция йүнәлтелә. Шулай уҡ Кушнаренко районында юл яны комплексы, Өфө районында медицина тауарҙарын һәм аҙыҡ-түлек һаҡлау комплекстары төҙөү буйынса килешеүҙәргә  ҡул ҡуйылырға тейеш. Сибайҙа Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы 14-15 августа  уҙғарыла.

Фото №1 - Сибайҙа инвестиция  килешеүҙәренә   ҡул ҡуйыла
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ