Быйыл ете айҙа сит илдәргә 24 мең тонна оҙатылған, тип хәбәр итәләр Ауыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәтенән. Экспорттың ҙур өлөшөн бойҙай һәм арыш оно алып тора. Башҡортостан агросәнәғәт коплексы продукцияһы Әзербайжан, Әрмәнстан, Грузия, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Төркиә һәм Узбәкстанға һатылған.








