Дуҫлыҡ монументы янында Ағиҙел йылғаһы аша күперҙәрҙә тышҡы яҡтыртыу системаһы үҙгәртелә. Бының өсөн 100 миллион һумдан ашыу аҡса тотонола. Яҡтыртыу ҡоролмалары интеллектуаль система аша берләштерелә. Байрамдар, ҡалалағы саралар, көн һәм төнгә ҡарап күперҙәр төрлөсә яҡтыртыласаҡ.








