Баҡалы ауылында йәшәүселәр үҫмерҙәрҙең питбайктарҙа йөрөү проблемаһын күтәрҙе. Хакимиәт вәкилдәре, уҡытыусылар һәм автоинспекторҙар ҡатнашлығында эшсе төркөм булдырыу тураһында ҡарар ҡабул ителде. Саҡмағош ауылнда "Йәш лидерҙар мәктәбе" булдырыу башланғысы менән сыҡтылар. Йәмәғәт палатаһы делегацияһы яңы модулле китапхана һәм психоневрология интернатында булды.








