Быйыл ойошма махсус хәрби операция биләмәһенә 70-кә яҡын гуманитар ылау оҙатҡан. 73 хәрби берләшмәгә ярҙам күрһәтелгән. Һалдаттарға 25 автомобиль, пилотһыҙ осҡостар, медицина ҡорамалдары, элемтә һәм күҙәтеү саралары, электр генераторҙары, маскировка селтәрҙәре, посылкалар тапшырылған. Төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Виталий Брыкин:
Республика Башлығы “Халыҡ фронты” эшен юғары баһаланы. “Бөтә командағыҙға ҙур рәхмәт. Һеҙҙә әүҙем кешеләр бик күп. Активистар менән осрашыу ойошторорға тәҡдим итәм”, – тине Радий Хәбиров.








