Компания махсус хәрби операцияға юлланған хеҙмәткәрҙәренә ай һайын аҡса түләй. Заводта “Үҙебеҙҙекеләр өсөн” тигән штаб булдырылған. Предприятиеның генераль директоры Борис Хәзиев ошо турала белдерҙе.
Быйыл “НЕФАЗ”-да 785 пассажир автобусы сығарылған. Был һан былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда 51 процентҡа күберәк.








