Ауыл хужалығы министры урынбаҫары Ирек Сураҡов белдереүенсә, яңы уңыш алған ваҡытта игенгә хаҡ түбәнәйә. Шул осорҙа майлы культуралар уңышын һатыу отошло. Игенде иһә ҡышын хаҡтар күтәрелгәс һатырға мөмкин. Был икмәк хаҡында сағылмай. - Республиканы тулыһынса тәьмин итәбеҙ. Үҙебеҙҙең ихтыяжды ҡаплау өсөн 2 миллион тонна иген етә, артығы башҡа төбәктәрҙә һәм сит илдәргә экспортлана, тине Ирек Сураҡов.








