Башҡорт дәүләт педагогия университетының өс корпусындағы ун кабинет һәм лабораториялар яңыртыла

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының өс корпусындағы ун кабинет һәм лабораториялар яңыртыла. Төҙөкләндереү эштәре «Йәштәр һәм балалар» милли проекты буйынса алып барыла. Ошо маҡсатта федераль ҡаҙнанан 50 миллион һумға яҡын аҡса бүленгән. Әле подрядсы компания тарафынан эске биҙәкләү эштәре ойошторолған. Юғары уҡыу йортона шулай уҡ ғилми тикшеренеүҙәр алып барыуға һанлы ҡорамалдар ҙа һатып алынған.

Математика һәм тәбиғи-ғилми белем биреү программаһы ярҙамында кабинеттар яңыртылып, заманса ҡорамалдар менән тәьмин ителә. «Кеше һәм хайуандар физиологияһы», «Биология һәм экология» йүнәлештәре буйынса яңы һанлы лабораторияларҙа квалификацияны күтәреү курстарында ҡатнашҡан мәктәп уҡытыусылары ла һөнәри оҫталығын арттыра аласаҡ.

Наталья Суханова, М. Аҡмулла Исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты кафедраһы мөдире, биология фәндәре докторы
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ