Ишембай районы Бәләкәй Мәҡсүт ауылында «Һаумыһығыҙ ауылдаштар!» байрамы ойошторолдо

Ишембай районы Бәләкәй Мәҡсүт ауылының 300 йыллыҡ юбилейы уңайынан «Һаумыһығыҙ ауылдаштар!» байрамы ойошторолдо. Мәртәбәле сараға сит тарафтарҙа йәшәүсе яҡташтар саҡырылды. Ҡунаҡтар Юрматы ырыуы, ауылға бәйле тарихи мәғлүмәттәр менән танышты, үҙешмәкәр коллективтар ҡатнашлығында үткән концерт ҡараны, милли уйындарҙа ҡатнашты. Халыҡ телендә Ҡарлар тип йөрөтөлгән, ҡайһы бер сығанаҡтарҙа Ҡаралар тип яҙылған биләмәнең үҫеше тураһында киләһе яҙма.

«Һаумыһығыҙ, ауылдаштар» байрамына килгән ҡунаҡтарҙы дәртле йырҙар, гармун моңдары менән ҡаршы алдылар. Бәләкәй Мәҡсүт ауылында йәшәүселәр иҫтәлекле ваҡиғаға йыл дауамында әҙерлек алып барған, урам-ихталарҙы төҙөкләндереү буйынса күләмле эштәр башҡарылған. Сараны асыу тантанаһында урындағы халыҡҡа район хакимиәте етәкселеге исеменән ҡотлау һүҙҙәре еткерелде.

Һәләүек йылғаһы буйында урынлашҡан ауылға өс быуат элек нигеҙ һалынған. Байрам сараһында тарихсылар биләмә үҫешенә бәйле ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр менән таныштырҙы. Оло быуын вәкилдәре-хеҙмәт һәм тыл ветерандары ла бала саҡ, йәшлек йылдары хәтирәләре тураһында һөйләне.

Байрам йыр-моң, дәртле бейеүҙәр менән үрелеп барҙы. Сара сиктәрендә өлгөлө һәм күп балалы ғаиләләр, ауылдың мәҙәни тормошонда әүҙем ҡатнашыусыларҙы бүләкләү тантанаһы үтте. Шулай уҡ «Яңы йорт» номинацияһы еңеүселәре билдәләнде.

Ауыл үҫешенә арналған фотокүргәҙмә, ҡул эштәре йәрминкәһе, милли уйындар һәм спорт ярыштары-байрамдан кесеһе лә, олоһо ла рухланып ҡайтты.

Гөлназ Хәйбуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ