Мәҙәни сарала 11 ауыл биләмәһенән ике йөҙгә яҡын һәләтле йәштәр ҡатнашып, йыр-бейеү, төрлө музыка ҡоралдарында уйнау оҫталығын күрһәтте. Һайлап алыу этаптарын уңышлы үткән һәр командаға диплом һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса Гран-приҙы Маҡан ауыл биләмәһе вәкилдәре алды. Йәштәрҙе берләштергән байрам сараһына йөҙҙәрсә кеше тамаша ҡылды.






