Өфөлә МХО яугирҙары өсөн поликлиникаларҙа «Йәшел коридор» эшләй башланы

Өфөлә махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙар өсөн медицина хеҙмәттәрен сиратһыҙ алыу хоҡуғы булдырылды. Ҡала поликлиникаларында «Йәшел коридор» эшләй башланы. Ул бөтә кәрәкле табиптарҙы бер көн эсендә сиратһыҙ үтеү мөмкинлеген бирә. Проект төбәктең «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды һәм Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министрлығы ярҙамында тормошҡа ашырыла. Диспансерлаштырыу ике өлөштән тора. Был процедура тулыһынса бушлай һәм ял көндәрендә лә ғәмәлдә ҡала. Сөнки бөгөн геройҙарыбыҙҙың тыныс тормошҡа ҡайтыуын мөмкин тиклем уңайлы итеү һәм тиҙләтеү төп бурыстарҙың береһе.

1-2 сәғәт эсендә төп процедураларҙы үтеп була. Табиптар иғтибарлы һәм кешелекле. Бөтә һорауҙарға ла яуап бирәләр. Минең фекеремсә йылына бер тапҡыр булһа ла диспенсаризация үтергә кәрәк.

Андрей Константинов, Махсус хәрби операция ветераны
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ