Бәхетһеҙ осраҡтар башлыса рөхсәт ителмәгән урындарҙа теркәлгән. Баш ҡаланың граждандарҙы яҡлау бүлеге ҡотҡарыусылары быйыл 151 кешенең ғүмерен һаҡлап алып ҡалған. Белгестәр халыҡты махсус билдәләнмәгән урындарҙа һыу инеүҙе тыйылып торорға саҡыра. Ошо маҡсатта бөгөн сираттағы профилактик саралар үтте.
Ҡотҡарыусылар саптарҙа жилетһыҙ йөҙөүселәргә иҫкәрмәләр яһаны. Һыуҙа ял итеү ҡағиҙәләрен инҡар итеүселәр барлығы хаҡында бәләкәй суднолар буйынса дәүләт инспекцияһына хәбәр ителде. Ҡотҡарыусылар һыуҙа йөҙөү сараларын ҡулланғанда һаҡ булырға, тын тултырылған матрастарға, түңәрәктәргә йәки ҡулдан эшләнгән елкәндәргә тулыһынса таянммаҫҡа кәңәш итә. Уларҙы ел йәки көслө ағым алып китеүе, ә ҡотҡарыу жилеттары һәм матрастарҙың тыны сығыуы ихтимал. Көслө ағымға эләккән осраҡта ҡаршы йөҙмәҫкә, ярға табан диагональ буйынса хәрәкәт итергә кәрәк, ти белгестәр.






