Бөрйән районы Байназар ауылында күләмле экологик акция үтте

Ағиҙел йылғаһының балыҡ запасын тергеҙеү маҡсатында өс мең уҡбалыҡ селбәрәләре ебәрелде. Сара «Ирҙәр ҡоро» төбәк йәмәғәт ойошмаһы башланғысында тормошҡа ашырылды. Тәбиғәтте һаҡлау, тирә-яҡты йәшелләндереү йәһәтенән Бөрйән ерендә йыл дауамында төрлө акциялар ойошторола. Бөгөнгөһө шулай уҡ мөһим һәм әһәмиәтле булыуы менән үҙенсәлекле. Ул Ағиҙел йылғаһын балыҡтар менән яһалма байытыу маҡсатында үтә. Уҡбалыҡтар ҡыҙыл китапҡа ингән.

Әйткәндәй, һуңғы биш йылда республикала балыҡ үрсетеү буйынса әүҙем эш алып барыла, әммә Урал аръяғы төбәктәрендә хәл бер аҙ тотҡарлана килде. Уҡбалыҡ селбәрәһе ебәреү өсөн йылғаларҙың температураһы, уның ағымы һәм башҡа үҙенсәлектәр иҫәпкә алынып эш ителә. Һөҙөмтәлә, тәүге экологик сара яңыраҡ Белорет районы Ҡағы йылғаһында үткәйне. Һәм сара тик бының менән генә сикләнмәйәсәк тип көтөлә.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ