Әбйәлил районында ил Президентының мәҙәни башланғыстар фонды ярҙамында видеояҙмалар төшөрөлә башланы. Таһир Кусимов исемендәге Асҡар ауылы гимназияһының «Талисман» вокал студияһы тарафынан тормошҡа ашырылған проекттың тәүге ижади эше башҡорт атына арнала. Клипта үҫмерҙәр ҡымыҙ бешеү, ат эйәрләү, һыбай йөрөү нескәлектәрен үҙләштерә. Премьера ай аҙағына планлаштырылған. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
«Талисман» вокал студияһы егеттәре башҡорт атына дан йырлай. Кәсепселек нескәлектәрен дә улар яҡшы белә. Тимур Һибәтов мәҫәлән, ата-олатаһының йөҙҙәрләгән йылҡы малын ҡарашырға ярҙам итә. Шуға ла һыбай йөрөү уға бер ни тормай.
Үҫмерҙәр араһында тәүгә ат эйәрләүселәр, һыбай йөрөүселәр ҙә булды.
Был мөмкинлек ил Президентының мәҙәни башланғыстар фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла. Тиҫтә йыллап бай тәжрибә туплаған «Талисман» вокал студияһы өсөн ул иң ҙур ҡаҙаныштарҙың береһе. Киләсәктә тағы ла илһамланып ижад итергә этәргес бирә. Шуға ла клип төшөрөү майҙанынан ата-әсәләр ҙә ситтә ҡалманы. Улдарының күңелдәрен төрлө яҡлап ихлас күтәрҙе.
Проектты тормошҡа ашырыу өсөн көслө команда тупланған. Ижади эш тә етди һәм яуаплы булыуы менән айырыла. Сөнки, йырҙар студияла шөғөлләнгән 6 йәштән 15 йәшкәсә балалар тарафынан башҡарыла.
Башҡорт һәм рус телдәрендә йәмғеһе өс клип ижад итеү күҙаллана. Әбйәлил районының хозур тәбиғәте аша халыҡ кәсептәре, ғөрөф-ғәҙәттәр, йолалар күҙ алдына баҫасаҡ. Тәүге күләмле эштең премьераһы ай аҙағына билдәләнгән.
Азат Ғәлиуллин






