Ҡыҙғанысҡа бюер БПЛА ҡалдыҡтары Савлауат ҡалаһының сәнәғәт зонаһына ҡолап төшкән. Һөҙөмтәлә предприятиела янғын сыҡҡан. Был турала республика башлығы хәбәр итте. Радий Хәбиров әйтеүенсә, йәмғеһе 21 пилотһыҙ осоу аппараты һөжүм иткән. 16-һын Салауатта бәреп төшөргәндәр. Ҡалғандары Шишмә районындағы логистика үҙәгенә һөжүм иткән. Әле унда ла янғын һүндерелә. Ут менән көрәшеүгә Ка-32 вертолеты йәлеп итәлгән. Һөжүм һөҙөмтәһендә ике кеше йәрәхәтләнгән.






