Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Өфөлә Ленин исемендәге парктағы төҙөлөш эштәрен ҡараны. Республика көнөнә асыласаҡ паркта реконструкция график буйынса бара. Ленин паркы «Уңайлы ҡала мөхите булдырыу» милли проекты буйынса төҙөкләндерелә. Әлегә биләмәлә инженер селтәрҙәре яңыртылған, балалар һәм спорт майҙансыҡтары, амфитеатр тәртипкә килтерелгән. Өфө ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Рөстәм Шәрипов биләдәләүенсә, Ленин исемендәге парк киләсәктә ҡала халҡының һәм ҡунаҡтарҙың яратҡан ял урынына әйләнәсәк.






