Республика ҡан тапшырыу станцияһында илдә тәүгеләрҙән булып киптерелгән плазма етештерелә башланы

Ҡандың был компонентында барлыҡ файҙалы сифаттар ҙа шул килеш ҡала, шул уҡ ваҡытта уны бүлмә температураһында һаҡларға мөмкин. Киптерелгән плазма киләсәктә ашығыс ярҙам һәм санавиацияла файҙаланылысаҡ тип күҙаллана. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Миһранова яҙмаһында.

Луиза Изикова ете бала үҫтерә, биш баланы тәрбиәгә алған оло йөрәкле ханым изге эштәрҙән ситтә ҡалмай. Бер нисә йыл элек ул ярҙамға мохтаждар өсөн ҡан тапшыра башлаған. Луиза Изикова бөгөн дә ҡан тромбоциттарын тапшырып хәүефле сирҙәр менән ауырыған балаларға ярҙам итә.

Республика ҡан ташырыу станцияһында йылына 35 тонна плазма ҡабул ителә. Учреждение заман менән бергә атлай һәм ҡанды эшкәртеү буйынса яңы алымдар индерелә. Хәҙер бында плазманы киптереп, һыуытҡыстар ҡулланмай бүлмә шарттарында һаҡлау техникаһы индерелә. Иретеү һәм киптереү этабынан һуң, туңдырылған плазманың өстән бер өлөшө генә ҡала. Сублимацияланған компонент бүлмә температураһында 5 йылға тиклем һаҡлана ала. Бындай ысул менән плазма етештереүгә Республика ҡан тапшырыу станцияһы Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып ҡушыла.

Киләсәктә бындай киптерелгән плазма менән ашығыс медицина ярҙамы һәм санитар авиация аптечкаларын йыһазландырыу планлаштырыла. Экстремаль шарттарҙа ярҙам күрһәтеү өсөн был уңайлы ысул. Дөйөм алғанда республика дауаханаларында йылдан-йыл ҡан күҙәнәктәренә ихтыяж арта. Шуға ла был изге эшкә граждандарҙы йәлеп итеү мөһим. Ҡанды 18 йәше тулған һау-сәләмәт кешеләр тапшыра ала.

Ф.Миһранова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ