Йылайыр районы ирекмәндәре алғы һыҙыҡтағы яугирҙарға тыл ярҙамы күрһәтә

«Күмәкләгән-яу ҡайтарған» Йылайыр районы ирекмәндәренән алғы һыҙыҡтағы яугирҙарға тыл ярҙамы. Райондың 7 тораҡ пунктында ирекмәндәр штабы эшләй. Юлдыбай ауылы мәҙәниәт һарайы бинаһында урынлашҡан штаб эшмәкәрлеге хаҡында тулыраҡ киләһе яҙмала.

Юлдыбай ауылы ҡатын-ҡыҙҙары Втанды һаҡлаусы улдарын юҡһынып, моңло йырҙар һуҙа. Йыр һағышты баҫа, болоҡһоған күңелде күтәрә, ти әсәләр.Тиҫтәләгән ҡатын-ҡыҙҙы бер маҡсат-хәрби-ялан шарттарында яугирҙарҙы дошмандан һаҡлау маҡсаты берләштерә. Гөлнара Рафиҡованың улы 2022 йылда мобилизацияланған.Мәҙәниәт йортонда һалдаттарға ярҙам сараларын төп ойоштороусыһы ла ул.

Еңеүҙе яҡынайтыусы ҡатын-ҡыҙҙарҙың тилбер ҡулдарына күҙ эйәрмәй. Оло йөрәкле әсәләр был бүлмәгә иртә менән килә. Яугирҙар үтенесе буйынса һаҡланыу сараһы 3-кә 6 ҙурлығында үрелә. Юлдыбай иремәндәре алғы һыҙыҡтағы яҡташтарына 99 -сы маскировка селтәрен үреп Донбассҡа оҙата.

Йылайыр районы иремәндәре-олоһо-кесеһе мәҙәни һәм ижтимағи саралар майҙанында ла яугирҙарға окоп шәмдәре, маскировка селтәрҙәре үреү менән мәшғүл. Өлкәндәр белгәндәрен йәштәргә лә өйрәтә.

Район ирекмәндәре алғы һыҙыҡтағы һалдаттарға ярҙам итеү өсөн күләмле эш йәйелдергән. Төрлө быуын вәкилдәре кәрәкле әйберҙәр йыя, яугирҙарға ебәреү өсөн берләшә, мәктәп уҡыусылары иһә хәбиҙәр рухын күтәргән йылы йөкмәткеле хаттар яҙа.

Улар изгелек кәрзиндәре, маскировкалау селтәрҙәре, блиндаждар ҡороу өсөн төҙөлөш материалдары, хеҙмәт ҡоралдары туплай. Йылайыр ирекмәндәренең маҡсаты изге-Ватанды нацистарҙан һаҡлаусы яугирҙарҙы тылдан ҡурсалау һәм Еңеүҙе яҡынайтыу.

Гүзәл Борханова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ