Автомобиль яғыулығы буйынса мәсьәлә контролдә тотола, тотҡарлыҡтар юҡ. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров дәүләт һәм бойондороҡһоҙ матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары етәкселәре менән осрашыуҙа республикалағы көнүҙәк мәсьәләргә асыҡлыҡ индерҙе. Бензин буйынса сират кәмене.
Ҡатмарлы осорҙа иҡтисади тотороҡлоҡто һаҡлау буйынса күрелгән саралар тураһында һөйләне. Инвестициялар йәлеп итеү, күләмле проекттар тормошҡа ашырыу буйынса эш дауам итәсәк. Социаль йөкләмәләр үтәлешенә, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, спорт, мәҙәни объекттар төҙөлөшөнә етди иғтибар бүленеүе лә билдәләнде. Вуз-ара студенттар кампусын ғына алайыҡ, йәштәр өсөн белем алыу һәм йәшәү өсөн заманса уңайлы шарттар булдырыла. Сара барышында яңы уҡыу йылына әҙерлек һәм мәғариф учреждениеларында хәүефһеҙлек менән тәьминәт мәсьәләһенә бәйле һорау ҙа яңғыраны. Шулай уҡ Радий Хәбиров туризмды үҫтереү буйынса пландар менән уртаҡлашты.
Радий Хәбиров баш ҡала хакимиәтенең элекке башлығына бәйле килеп сыҡҡан хәлгә үҙ фекерен белдерҙе. Ратмир Мәүлиевты дәүләт серенә бағышлау туҡтатылыуы тураһында рәсми күрһәтмә килгәндән һуң Өфө ҡала советы депутаттары бер тауыштан уны вазифаһынан бушатыу ҡарарын ҡабул ителгәйне.»Тәфтиш аҫтында булған кеше бер нисек тә баш ҡала менән етәкселек итә алмай«, -тине төбәк етәксеһе. Мәүлиевҡа ҙур ышаныс бағлап, Өфө хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләү хаталы ҡарар булыуын да билдәләне. Шул уҡ ваҡытта Мәүлиевтың Башҡортостан юғары суды рәйесе менән тығыҙ дуҫлығы, муниципаль гараждың ҡайһы бер судъяларҙы ташыуҙа ҡулланылыуы ла суд системаһының тулы дискредитацияһы булыуын белдерҙе. Баш ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп тәғәйенләнгән Рөстәм Шәрипов урынында ҡала.






