Осрашыуҙа юлдар ремонтлау, социаль хеҙмәтләндереү, медицина ярҙамы алыуға бәйле һорауҙар, көнкүреш ҡалдыҡтары мәсьәләһе күтәрелде. Байтаҡ һорауҙарҙарҙың хәл ителешен урындағы хакимиәт шундуҡ контролгә алды. Халыҡтың, бигерәк тә йәштәрҙең, ярҙамды ситтән генә көтөп ултырмауҙары ҡыуандырҙы, йәмәғәт палатаһы ағзалары. Күптәр коммерция булмаған ойошмалар эше менән ҡыҙыҡһына. Киләһе осрашыуға буласаҡ йәмәғәт эшмәкәрҙәренә белем биреү интенсивы ойоштороу мөмкинлеге лә ҡаралды.






