Лидерҙарҙы бүләкләү сараһында Башҡортостан башлығы, шулай уҡ Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы һәм стратегик башланғыстар агентлығы вәкилдәренең ҡатнашыуы көтөлә. “Урал аръяғы” һабантуйында һөҙөмтәләр яһау матур традицияға әйләнде”, - тип белдерҙе Башҡортостан хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары - Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов. Муниципалитеттар 84 күрһәткес буйынса баһалана.








