Бөгөн Сибайҙа “Урал аръяғы” инвестиция форумы барышында “Эпос сәхифәләренән туристик продуктҡа” тип аталған сессия үтә. Унда “Урал батыр эҙҙәре буйлап” тигән маршрут булдырыу тәжрибәһе ҡарала. “Әҫәрҙе туризмды үҫтереүҙә ҡулланыу мөмкинлеге бар. Сувенир продукцияһы сығарылды, төрлө саралар уҙғарыла. Хәҙер был мәҙәни ҡаҙанышты брендҡа әйләндереү, сәйәхәтселәрҙе йәлеп итеүҙә ҡулланыу бурысы тора. Сессия ултырышында проекттар тикшерелә, уларҙы тормошҡа ашырыу юлдары ҡарала”, - тип белдерҙе Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина. Фекер алышыуҙа туризм өлкәһе һәм креатив иҡтисад белгестәре ҡатнаша.








