Яугирҙар эшҡыуарлыҡ өлкәһендә ярыша

Яугирҙар эшҡыуарлыҡ өлкәһендә ярыша

Махсус хәрби операция ветерандары Сибайҙа үткән стратегия һәм бизнес менән идара итеү буйынса Башҡортостан Кубогында ҡатнаша.  Йүнселдәр турниры Сибайҙа “Урал аръяғы” инвестиция һабантуйы барышында ойошторола. Командаға Дмитрий Смирнов, Азамат Шаһисолтанов, Василий Горшков, Евгений Телепнев, Сергей Постовалов һәм Әхәт Аҫылбаев ингән. Улар “Башҡортостан геройҙары” кадрҙар проектында белем алған. Хәҙер ир-егеттәргә идара итеү оҫталығын ғәмәлдә күрһәтеү бурысы тора. Команда Махсус хәрби операция ветерандары берләшмәһе исеменән халыҡ-ара чемпионатта ҡатнашыу хоҡуғын алыу өсөн көрәшә.

Фото №1 - Яугирҙар эшҡыуарлыҡ өлкәһендә ярыша
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ