Башҡортостан Махсус хәрби операция ветерандары ассоциацияһы Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге ғаилә тәрбиәһенә булышлыҡ итеү үҙәген шефлыҡҡа алды. Берләшмә вәкилдәре учреждениеға мебель тапшырҙы. Ассоциацияның матбуғат хеҙмәте етәксеһе Ильяс Ҡасҡынов һөйләй.








