Сибайҙа «Инвестиция һабантуйы» асылды

Күләмле иҡтисади проекттарға нигеҙ һалған сара 8-се тапҡыр меңдәрсә кешене берләштерҙе. Форумда Рәсәйҙең тиҫтәнән ашыу төбәге һәм Көньяҡ Африка, Конго республикаһы, Төркиә, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Беларусь делегациялары ҡатнаша. «Урал аръяғы» инвестиция һабантуйының быйыл төп темаһы-Еңеү иҡтисадын үҫтереүгә бағышланған. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы эшҡыуарлыҡҡа йәлеп итеү, Көнбайыш илдәре баҫымы шарттарында үҙебеҙҙең предприятиеларҙы үҫтереү, бизнесҡа ярҙам саралын арттырыу һәм башҡа көнүҙәк мәсьәләләр иғтибар үҙәгендә булды. Стәрлетамаҡта ресторан, Кушнаренкола юл буйы сервисы кафеһын төҙөү маҡсаттары билдәләнде. Форумдың тәүге көнөндә үк туризм йүнәлешендә 25 млрд һумға иҫәпләнгән инвестиция проектына ҡул ҡуйылды.

Инвестиция һабантуйы форумында көндәлек ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү цехы төҙөлөшө тураһындағы килешеүгә лә ҡул ҡуйылды. 500 млн һумға иҫәпләнгән объект Ишембай районында сафҡа индереләсәк. Проект сиктәрендә 31 кешегә яңы эш урыны булдырыла. Сибай ҡалаһында ла ҡеүәтле төҙөлөш көтөлә-алдағы йылда зыян күргән ер участкаларын тәртипкә килтереү буйынса экология проектын тормошҡа ашырыу күҙаллана. 2,5 млрд һумлыҡ төҙөлөш комплексы зарарланған ерҙә рекультивация ойоштороп тупраҡты хужалыҡ маҡсаттарында ҡулланырға мөмкинлек бирә. Инвест һабантуйында белгестәр өсөн эшлекле майҙансыҡтар ойошторолдо. Ҡатнашыусылар яһалма интеллект ярҙамында иҡтисад менән бәйле һанлы технологияларҙы үҙләштерҙе, федераль эксперттар менән оҫталыҡ дәрестәрендә көс һынашты. Күләмле форумдың пленар ултырышында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров һәм Стратегик башланғыстар агентлығы етәксеһе Светлана Чупшева ҡатнаша.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ