Балалар баҡсаһынан-мәктәпкә. Республика поликлиникаларында 1 класҡа уҡырға ингән малай-ҡыҙҙар медицина тикшереүе үтә. 6 йәше тулған балалар педиатр, невролог, эндокринолог, хирург һәм башҡа табиптарҙа тикшеренеп уҡыу программаһын үҙләштерергә әҙерләнә. Талаптар буйынса медицина тикшереүен 20 көн эсендә үтергә кәрәк, әммә ата-әсәләр бер нисә көн эсендә үтеп өлгөрөргә тырыша. Һәҙәмтәләр буйынса балаларҙың дөйөм сәләмәтлеге, физкультура дәрестәренә әҙерлеге билдәләнә. Быйыл Башҡортостан буйынса 45 мең самаһы бала беренсе класҡа уҡырға барасаҡ.






