Башҡортостанда аутизмлы балалар өсөн VR-терапия ҡулланыла

Башҡортостанда 4200-ән ашыу балала аутизм диагнозы раҫланған. Менталь сәләмәтлек үҙәгендә улар өсөн абилитация үткәрелә. Учреждениела балаларҙы дауалау эшендә заманса технологиялар файҙаланыла. Өс ай элек кенә VR-күҙлек ярҙамында күнекмәләр ойошторола башлаған. Малай-ҡыҙҙар виртуаль ярҙамсының кәңәштәрен тыңлап, магазинда, поликлиникала, шулай уҡ урамда үҙен тоторға өйрәнә.

VR-күҙлек ярҙамында аутизм менән сирләгән бала йәшәү өсөн мөһим булған һәләттәрҙе үҙләштерә ала. Магазинда аҙыҡ-түлек, йәшелсә,емеш-еләк һатып алыу булһынмы, йәмәғәт транспортына ултырып билет хаҡын түләүме-бала уйын форматында был эштәрҙе еңел башҡарырыға өйрәнә. Күҙ алдына баҫҡан виртуаль ярҙамсы-ҡуян кәңәштәрен үтәргә генә кәрәк.

Менталь сәләмәтлек үҙәгендә VR-терапия быйыл майҙан алып уҙғарыла. Хәүефһеҙ һанлы мөхиттә төрлө ҡатмарлыҡтағы сценарийҙар үтергә мөмкин. Балаларҙың ҡурҡыуын баҫып, үҙ-үҙенә ышанысын арттырыу маҡсаты ҡуйылған. Виртуаль киңлектә бер ниндәй көсөргәнеш юҡ, учреждение белгестәре һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер.

Өфөләге менталь сәләмәтлек үҙәге аутизм менән сирле балаларға тәғәйенләнгән клиник тәҡдимдәр буйынса эшләй. Учреждение Волга буйы федераль округында иң яҡшылар иҫәбендә. Бында аутизмдан абилитация курсын үтергә мөмкин. Йыл һайын һигеҙ йөҙләп балаға ярҙам күрһәтелә. Телмәр үҫтереү дәрестәре үтә. Дауалау физкультураһы ойошторола.

Башҡортостанда балалар араһында аутизм ауырыуҙарын асыҡлау күрһәткесе йылдан-йыл яҡшыра. Белгестәр билдәләүенсә, диагноз менән көрәште ни тиклем иртәрәк башлайһың-абилитация саралары ла күпкә һөҙөмтәлерәк була. Баланың психологик үҫешендә ниндәйҙер кире үҙгәрештәр күҙәтелә икән, мотлаҡ рәүештә уға диагностика үткәреү талап ителә. Тәү сиратта, ата-әсәләргә иғтибарлы булырға кәрәк.

Гөлназ Хәйбуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ