Ирекмән ҡатын-ҡыҙҙар яугирҙар өсөн махсус рюкзактар һәм һаҡлау кейстары тегә

«Үҙебеҙҙекәләргә тегәбеҙ һәм бәйләйбеҙ. Башҡортостан» иремкәндәр штабынан алғы һыҙыҡтағы яугиҙарға тыл ярҙамы. Был юлы ҡул эшенә оҫта ҡатын-ҡыҙҙар пилотһыҙ осоу аппараттарын хәүефһеҙ транспортировкалау өсөн һаҡлау кейстары һәм махсус рюкзактар хәстәрләй. Өфөлә урынлашҡан оҫтахананың эш барышы тураһында тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова яҙмаһында.

Теген машиналарының бер тактҡа тыҡылдауы ғына ишетелә. Бүлмәлә фронт өсөн мөһим эш ҡайнай. Ирекмәндәр махсус рюкзактар, һаҡлағыс кейстар, альябыуҙар,бронижилеттар, носилкалар тегә. Пилотһыҙ осоу апараттары өсөн рюкзактар һыҙмаһы иһә дизайнер-конструктор Ильвера Медведеванан. Ирекмән ҡатын-ҡыҙҙар уларҙы алғы һыҙыҡтағылар хаҡында айырым хәстәрлек менән тегә. Нескә деталдәрҙән торған пилотһыҙ осоу аппараттарын алыҫ араларға ташығанда бәрелмәһен, бысранмаһын һәм дымланмаһын өсөн тырыша.

Был рюкзактарҙа һәм кейстарҙа хәстәрлек, тырышлыҡ, һалдат хеҙмәтен еңеләйтеү һәм хәрби-ялан шарттарында пилотһыҙ осоу аппараттарын, снарядтарҙы күҙ ҡараһылай һаҡлап алып барып еткереү теләге.Эш өсөн тығыҙ материалдар, ышаныслы һәм уңайлы ҡаптырмалар, дымды һаҡлаусы ҡатламдар ҡулланыла.

Ныҡлы ептәр менән тегелгән ҡулайламалар техниканы тәғәйен урынға бөтөнлөктә барып етеүен тәьмин итәсәк. «Үҙебеҙҙекәләргә тегәбеҙ һәм бәйләйбеҙ. Башҡортостан» иремкәндәр штабы ағзалары бының өсөн ваҡытын да, көсөн дә йәлләмәй. Барыһын да алғы һыҙыҡта ватанды һаҡлаған яугирҙарҙы яҡлау һәм Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн эшләй.

Гүзәл Борханова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ