Әлшәй районында яңы бейеү залы асылды

«Ғаилә» милли проекты сиктәрендә Әлшәй районы Раевка ауылында яңы бейеү залы асылды. Бина ремонтына өс миллион һум аҡса йүнәлтелгән. Залда дәрестәр уҙғарыу өсөн уңайлы шарттар булдырылған, тейешле музыкаль аппаратура һатып алынған. Район мәҙәниәт һарайынан хәбәр итеүҙәренсә, муниципалитетта балалар һәм өлкәндәр араһында халыҡ бейеүҙәре популяр. Ансамблдәр барлыҡ мәҙәни сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша. Күп төрлө конкурстарҙа уңышлы сығыш яһай.

Раевка ауылында 6 йәштән 50 йәшкәсә йөҙгә яҡын кеше бейеү менән шөғөлләнә. Яңы уҡыу йылынан ансамблдәрҙе тағы ла яңы таланттар менән тулыландырыу планлаштырылған. Махсус йыһазландырылған зал бейеүгә ҡыҙыҡһыныуҙы тағы ла арттырыр тип көтөлә.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ