Учалы районы Өргөн ауылында 12 йылдан һуң «Хаммат» мәсете асылды

Учалы районы Өргөн ауылына иман ҡайтты. «Хаммат» мәсете төҙөлөшө 2012 йылда уҡ башланған. Ситтән ярҙам булмағанлыҡтан, бөтә эш ирекле нигеҙҙә, ауыл халҡы һәм ҡунаҡтарҙың хәләл көсө менән алып барыла. Шуға ла тантаналы сара төрлө быуын вәкилдәрен бергә йыйҙы. Уның төҙөлөшөндә урындағы халыҡтың ихлас ҡатнашыуы ла ошо хаҡта һөйләй. Ауылдаштарҙың шатлығын уртаҡлашырға республика район-ҡалаларынан да күпләп халыҡ килде.

Өргөндәр киләсәктә лә мәсеттең буш тормаҫына ышана. Дини саралар менән бергә, аҙна һайын йәмәғәт намаҙҙарының да үтеүенә өмөт ҙур. Ауылдарға йәштәрҙең күпләп төпләнеүен иҫәпкә алғанда никах һәм исем ҡушыу йолаларын да үҙ эсенә аласаҡ. Тантаналы саранан һуң да, халыҡ таралышырға ашыҡманы, улар ауылдаштар рухын иҫкә алып табын ойошторҙо.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ