20 августан 6 сентябргә тиклем тауыш биреү хоҡуғына эйә граждандарҙың йорттарына килеп һайлау тәртибе хаҡында мәғлүмәт еткереләсәк.
Республикала һайлау комиссиялары ағзалары өсөн семинарҙар ҙа үткәрелә башланы. Тәүгеһе Орджоникидзе районы хакимиәте бинаһында ойошторолдо.Унда тауыш биреү өсөн биналарҙы әҙерләү, һайлаусылар исемлеге һәм бюллетендәр менән эшләү тәртибе өйрәтелде."Мобиль һайлаусы"механизмындары һәм хәүефһеҙлекте тәьмин итеү мәсьәләләренә айырым иғтибар бүленде. Баш ҡала халҡы Дәүләт Думаһы менән бергә Өфө ҡала советына депутаттар һайлаясаҡ. Тауыш биреү партия исемлектәре һәм бер мандатлы округтар буйынса үтә. Шуға күрә һайлаусыларға барған һәр кем кампанияның бөтә нескәлектәрен белергә һәм аңлата алырға тейеш.Яҡшы әҙерлек һайлауҙарҙың аныҡ, тыныс һәм законға ярашлы үтеүенә нигеҙ булып тора.






