Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Күмертау ҡалаһы көнөндә урындағы халыҡты тәбрикләп дәүләт наградалары тапшырҙы. Төбәк етәксеһе Күмертау авиация етештереү предпритияеһы, Ойлтиммаш нефть-химия заводында булып инвестиция проекттары менән танышты.Капиталь ремонттан һуң асылған мәктәп тә иғтибар үҙәгендә булды. Бында яңыртылған бинанан тыш медицина кабинеты, кадеттар классы йыһазландырылған. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Миһранова яҙмаһында.
Һауа флоты көнө Күмертауҙа һәр ваҡыттағыса иҫтәлекле һәм сағыу үтте. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров вертолеттар етештереүсе завод хеҙмәткәрҙәрен байрам менән тәбрикләп дәүләт наградалары тапшырҙы. Байрам көнөндә Күмертау күгенә уның төп символдарының береһе-вертолеттар күтәрелде. Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, авиация етештереү предприятиеһы төбәк өсөн үтә лә әһәмиәтле объект. Бында етештерелгән техника хәрби һәм көнкүреш бурыстар өсөн алмаштырғыһыҙ ярҙам.
Республикала вертолеттар тик Күмертауҙа ғына сығарыла. Предприятие етештергән КА- вертолеттары күп йылдар дауамында 200 илдә файҙаланыла. Төбәктә билдәле КА-32 урман һәм сәнәғәт янғындарын һүндереүҙә киң ҡулланыла. Предприятиены һаҡлау, сәнәғәт етештереүе темпын арттырыу, вертолеттарҙың яңы модельдәрен йыйыу өсөн бында инвестиция проекттары тормошҡа ашырыла.
Күмертауға эш сәфәре барышында Радий Хәбиров нефть һәм зәңгәр яғыулыҡ эшкәртеүгә махсуслашҡан Ойлтиммаш предприятиһында булды. Йылдам үҫеш биләмәһе резиденты статусында эшләгән ойошманы күләмле модернизация көтә. 2,4 млрд һумға иҫәпләнгән инвестиция проектына ярашлы завод майҙанын киңәйтеү, производство ҡеүәтен арттырыу күҙаллана. Амбициоз проект буйынса сәнәғәт үҫешенән тыш 740 кешегә яңы эш урыны булдырыу ҡаралған.
Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров гражданлыҡ йәмғиәте институты ағзалары менән осрашып көнүҙәк һорауҙар буйынса аралашты. Йәмәғәт эшмәкәрҙәре, ирекмәндәр менән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү мәсьәләләре иғтибарға алынды. Бар көстө Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн һалырға, әммә шул уҡ ваҡытта социаль мөһим объекттар төҙөлөшөн туҡтатмаҫҡа тигән бурыстар ҡуйылды. Күмертауҙа 6-сы мәктәп быйыл «Йәштәр һәм балалар» федераль программаһы буйынса тәртипкә килтерелгән. 119 млн һумға иәҫпләнгән модернизация сиктәрендә кабинеттар ремонтланған, буласаҡ хоҡуҡ һаҡсылары өсөн кадет классы, медицина бүлеге асылған.
Төбәк башлығы Радий Хәбиров Күмертауҙа йәшәүселәрҙе Ҡала көнө менән тәбрикләне. Бөгөн вертолеттар етештереү менән дан тотҡан заманса биләмәгә ҡала статусы 1953 йылда бирелгән. Быға тиклем һоро күмер етештерелгән ауыл эшселәрҙе генә берләштергән. 73 йыллығын билдәләгән Күмертау ҡалаһы республикабыҙҙың иҡтисади-сәнәғәт үҫешендә алдынғы муницилитет исемен йөрөтә.
Ф.Миһранова






