Юлдарҙы ремонтлау һәм төҙөү идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, объектың төп өлөшө файҙаланыуға тапшырылғас та, косметик эштәр ҡала. Капиталь ремонт шулай уҡ баш ҡаланың тағы ике участкаһында тамамланыу алдында. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Капиталь ремонт барышы етди контролдә. Мастерҙар махсус ҡорамалдар менән асфальт түшәү технологияһының теүәл үтәлешен тикшерә. Бынан тыш, ҡаланың бойондороҡһоҙ юл төҙөлөшө лабораторияһы тарафынан да күп кимәлдәге күҙәтеү алып барыла. Заводтан яңы ғына килтерелгән асфальт өлгөләре даими тикшерелеп тора.
Октябрь революцияһы урамын төҙөкләндереү ҡатмарлы һәм шуға ла эштәр оҙаҡҡа һуҙыла.. Инженер селтәрҙәрен үҙгәртеп ҡороуҙан тыш, урында археологик ҡаҙылма эштәрен дә алып барырға тура килгән. Йәйәүлеләр, автомобиль зонаһын ойоштороу, селтәрҙәрҙе яңырытыуҙан тыш, юл буйындағы биналарҙы төҙөкләндереү ҙә ҡаралан. Октябрь революцияһы урамында 70-тән ашыу мәҙәни мираҫ объекты иҫәпләнә. Уларҙың 39-ына реконструкция талап ителә. Был эште алдағы биш йылда атҡарып сығыу һәм яңыртылған биналарҙа белем, күңел асыу учреждениеларын асыу күҙаллана.
Юл төҙөлөшө лабораторияһы белгестәре Өфөнөң Эшсе хәбәрселәр урамын да урап үтмәне. Был участкала ла шулай уҡ ремонт оҙайлы йылдарға һуҙылыуы менән билдәле. Әлеге ваҡытта урамды тәртипкә килтереү 70 процентҡа тиклем теүәлләнгән. Һәм эштәрҙе ай аҙағында тамамлау бурысы ҡуйылған.
Өфөнөң Галле ҡалаһы исемендәге урамда юл участкаһын ремонтлау иһә йыл аҙағына тамамлана. Ҡатмарлы участкала ремонт эштәре 2023 йылда башланғайны. Был урам Өфөлә иң йәнле юлдарҙың береһе тип иҫәпләнә. Ул ҡаланың үҙәк өлөшөнән автотранспорттың М-7 федераль трассаһына сығыуын тәьмин итә һәм ҡаланың мөһим транспорт артерияһы булып тора.
Пугачев урамын төҙөкләндереү сентябрҙә тамамланырға тейеш. Ул Өфөнөң мөһим транспорт артерияларының береһе. Ул Нуғай шоссеһы яғынан Дуҫлыҡ монументы эргәһендәге Салауат Юлаев проспекты менән тоташтыра. Реконструкция 2022 йылда уҡ башлана. Яңыртылған юлдың оҙонлоғо-2,5 саҡрым. Реконструкция бер нисә этапта барҙы. Һуңғыһын 1 сентябргә тиклем тамамлау күҙаллана.
Азат Ғәлиуллин






