Әлшәй районы көмөш ирекмәндәре 2022 йылдан алып махсус хәрби операция биләмәһенә гуманитар ярҙам оҙатыуҙа ҡатнаша. Оло быуын вәкилдәре «Барыһы ла еңеү өсөн» тип исемләнгән төркөмгә берләшкән. Маскировка селтәрҙәре миҙгелгә тура килтереп эшләнә, төҫө буйынса тирә-яҡ мөхиттән айырылырға тейеш түгел, ти улар. Ирекмәндәр әйтеүенсә, алғы һыҙыҡта хәрбиҙәрҙе һәм ҡеүәтле техниканы дошман күҙенән һаҡлаусы япмаға ихтыяж юғары. Улар яҡташ яугирҙар мөрәжәғәте буйынса үрелә. Изге эш-тылдағы фиҙәҡәр хеҙмәт Еңеүҙе яҡынайтыуға булышлыҡ итә. Хәрәкәт ағзаларының тырышлығы Рәхмәт хаттары менән билдәләнгән.






